Бөгөн Мәләүез ҡалаһында “Кесе Ватан – Атайсал” муниципаль форумы үтә. Унда Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка һәм башҡа район вәкилдәре ҡатнаша. “Республикала биләмәләр һәм шишмәләр тәртипкә килтерелде, социаль объекттар төҙөкләндерелде, мәсеттәр һәм ғибәҙәтханалар төҙөлдө”, - ти Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә лә ярҙам күрһәтә. Ауыл һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр йылы кейемдәр тегә, аш-һыу әҙерләй, маскировка селтәрҙәре үрә. Алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн техника һатып алыусылар ҙа бар. “Һәр кем еңеүгә үҙ өлөшөн индерә”, - ти Урал Килсенбаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКиләһе сара 14 апрелдә Баймаҡ ҡалаһында көньяҡ-көнсығыш райондары өсөн ойошторола.