Башҡортостанда һәр икенсе уҡыусы мәктәптә бушлай ашатыла

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 294 мең бала льготалы шарттарҙа йылы аш менән тәьмин ителә. Улар араһында башланғыс класс уҡыусылары, мөмкинлектәре сикләнгәндәр, ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәндәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балалары бар. Республикала мәктәптә уҡыусыларҙы ашатыуға етди иғтибар бирелә. Былтыр 59 белем биреү ойошмаһында ашхана йыһазландырылған. Быйыл 77 мәктәптә капиталь ремонт барышында ашханалар тәртипкә килтерелә.