Бөгөн Өфөлә тәүге яҙғы өмә ойошторола

Баш ҡала хакимиәте бөтә предприятиеларҙы, ойошмаларҙы һәм учреждениеларҙы «санитар йома»ла ҡатнашырға һәм тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙартырға саҡыра. Ә халыҡҡа үҙҙәренең ихаталарын һәм йорт янындағы майҙандарҙы тәртипкә килтерергә мөмкин.

Күптәр уҙған аҙнала уҡ үҙҙәре эшләгән һәм йәшәгән биләмәләрҙе йыйыштыра башлаһалар ҙа, бөгөнгө «санитар йома» күләмлерәк булыр тип көтөлә. Айырыуса биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартыуға һәм ҡар өйөмдәрен таратыуға ҙур иғтибар биреләсәк.