Бөгөн волейбол буйынса Рәсәй чемпионатының квалификация рауды сиктәрендә Өфөнөң «Урал» клубы «Факел» командаһын ҡабул итә. Яңы Уренгойҙа үткән тәүге осрашыуҙа дәғүәселәр 3-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Серияла 1-1 иҫәбе һәм мәрәйҙәр һаны тигеҙ булған осраҡта, сирек финалға юллама эйәһе «алтын партияла» асыҡланасаҡ. «Динамо» стадионында уҙасаҡ уйын киске сәғәт 7-лә башлана