Бөгөн Red Wings авиакомпанияһының Өфөнән Ереванға тура авиарейстары асыла

Башҡортостандан Әрмәнстанға бөтә уңайлыҡтары булған «Сухой Суперджет 100» лайнерҙары осасаҡ. Ереванға авиарейстар - йома, кире йүнәлештә шәмбе көндәрендә башҡарыла. Әйткәндәй, Әрмәнстандың баш ҡалаһы - Red Wings авиакомпанияһының маршрут селтәрендә Өфөнән бишенсе йүнәлеш. Авиакомпания самолеттары шулай уҡ Алматы, Анталья, Минск һәм Истанбул ҡалаларына оса.