Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Һауаларҙа оса ике аҡҡош, Йыраҡтарға китә моңдары...» тигән хәтер кисәһе үтә

Бөгөн Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында «Һауаларҙа оса ике аҡҡош, Йыраҡтарға китә моңдары...» тигән хәтер кисәһе үтә.

Ул былтыр юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған Фәим һәм Хөснә Әхмәтйәновтарҙың яҡты иҫтәлегенә арнала. Сарала танылған мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре, коллегалары, дуҫтары, «Ҡарауанһарай» төркөмө, популяр артистар Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры, Бейеү театры коллективтары ҡатнаша.