Быға боҙ тығындары сәбәпсе булған. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер йылғаның кимәле 301 сантиметр тәшкил итә.
Иҫәпләүҙәр буйынса, 400 сантиметрҙан ашҡан осраҡта туғайҙарҙы һыу баҫасаҡ. Әле район хакимиәте һәм ашығыс хеҙмәттәр көсө менән дежурлыҡ ойошторолған. Халыҡҡа хәүеф янамай. Ташҡынға хәрби шартлатҡыстар командаһы ла әҙер», - тип хәбәр итә ведомство вәкилде. Әлеге ваҡытта һыу кимәле түбәнәйә башлаған, тығылған боҙ яйлап урынынан ҡуҙғалған.
Бөгөн иртәнге сәғәттәргә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә Өфөнөң «Дуҫлыҡ Монументы» эргәһендә Ағиҙел йылғаһы - 127, Көйөргәҙе районында Ағиҙел - 64, Благовещен районында Өфө йылғаһы - 53 сантиметрға күтәрелгән.