«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Милли симфония оркестры композиторҙың әҫәрҙәренән торған ҙур тамаша менән сығыш яһаны. Улар араһында сағыу «Сиған каприччиоһы», тылсымлы «Утрау» поэмаһы, «Өс рус йыры» кеүек киң билдәле әҫәрҙәр яңғыраны. Сергей Рахманиновтың юбилей йылына старт биргән концерт программаһы республика район-ҡалаларында ла үтер тип көтөлә.