Бөгөн Рәсәйҙә армияға яҙғы саҡырылыш башлана

Президент Владимир Путиндың ошо турала Указы бар. Ҡораллы көстәргә ил буйынса 147 меңдән ашыу егетте алыу ҡарала. 1 апрелдән 15 июлгә тиклем, 18-27 йәшлектәргә хәрби  комиссариаттарға саҡырыу ҡағыҙҙары киләсәк. Егеттәр элеккесә 1 йыл хеҙмәт итә. Улар махсус хәрби операцияһына йәлеп ителмәй.