"Незыгарь"телеграм каналы төбәктәр исемлеген әҙерләгән. Беҙҙең республика Ростов өлкәһе һәм Мәскәүҙән ҡала 3-сө урында килә. Эксперттар Башҡортостанда бизнес, етештереү һәм ҙур сәнәғәткә булышлыҡ итеү, шулай уҡ мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын ыңғай баһалай. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яҙыуынса, яңы иҡтисади шарттарға яраҡлашып артабан емешле эшмәкәрлекте дауам итергә кәрәк.