Был дата осраҡлы түгел, күсмә ҡоштарҙың ҡайтыу мәленә тура килә. Рәсәйҙә ҡоштар көнө 19-сы быуатта билдәләнә башлай. Тағараҡ элеү, сыйырсыҡ оялары яһау менән шөғөлләнәләр. Советтар Союзы осоронда ул рәсми статус та ала. Ер йөҙөндә 8 мең 600 төр ҡош иҫәпләнә. Башҡортостанда уларҙың 300-ләбе осрай.