Башҡортостанда һыу буйҙарында сүп-сар ҡалдырыу тыйылыуы тураһында иҫкәртәләр

Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, ҡалдыҡтарҙы ташлау  өсөн һыу үтеп инмәҫлек махсус майҙансыҡтар булырға тейеш. Законды боҙоусыларға штраф  ҡаралған.  Граждандарға  4 мең ярым һумға тиклем, ойошмаларға 400 мең һумғаса түләү яҙылыуы мөмкин. Ҡалдыҡтар арҡаһында үҫемлек һәм хайуандар донъяһына, урман, ауыл хужалыҡтарына, кешеләр сәләмәтлегенә зыян килһә,  енәйәт яуаплылығы  ҡаралған.