Республика халҡы махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына гуманитар ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Саҡмағош районында йәшәүселәр изге эштә беренсе көндән үк ҡатнаша. Ылау ебәреү буйынса төбәктә «Йәштәр» үҙәге базаһында махсус штаб эшләй. Сираттағы изге эшкә айырым кешеләрҙән тыш, хеҙмәт коллективтары, предприятие-ойошмалар ҙа ҡушылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Саҡмағош районының «Йәштәр» үҙәге базаһында ойошторолған ирекмәндәр штабынан кеше өҙөлмәй. Урындағы халыҡтан тыш, төбәктең төрлө предприятие вәкилдәре ҡулынан килгәнсе саралар күрергә тырыша. Берәүҙәр аҙыҡ-түлек килтерһә, икеселәр хужалыҡ тауарҙары менән тәьмин итә. Тотош ауыл советы биләмәһе менән аҡсалата тапшырыусылар ҙа юҡ түгел.
Көнкүреш техникаларынан иретеп-йәбештереү аппараты, бензобысҡы, УАЗ автомашиналары бар. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һорауы буйынса тупланған. Шәхсән посылкалар ҙа тупланған. Ярҙамдан төбәктең хәрби ойошма вәкилдәре лә ситтә ҡалмай.
Шулай уҡ хәрбиҙәргә берҙәм тырышлыҡ менән әҙерләнгән ялан мунсаһы ла оҙатылды. Уны утын яғып та, электр уты ярҙамында йылытырға мөмкин. Гуманитар ылау тик бының менән сикләнмәйәсәк. Сираттағы ярҙам яҡын көндәрҙә оҙатыла.
Азат Ғәлиуллин