Быйыл тәүгә үткәрелгән һөнәри байрам уңайынан илдең төрлө төбәктәрендә тантаналар ойошторолдо. БЮТ ижади төркөмө быуатҡа яҡын поезд вагондарына идара иткән Потаповтар династияһы менән танышты, баш ҡалалағы байрам сараларында ҡатнашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Потаповтар ғаиләһе өсөн депо икенсе өй һымаҡ. Уның ишеген тәүге тапҡыр хеҙмәт династияһына нигеҙ һалыусы, ғаиләлә беренсе машинист Михаил Сергеевич 1939 йылда асып инә. Хеҙмәт юлын кочегар булып башлаған уҙаман ваҡыт үтеү менән, паровоз менән идара итеү пульты артына ултыра. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа йөк ташый. Борис Михайлович династияла машинист һөнәрен һайлаған икенсе быуын. Уның хеҙмәт стажы 26 йыл. 2013 йылдан машинист ярҙамсыларын әҙерләй.
Ә бына Потаповтар династияһының яңы вәкиле - Александр Потаповтың хыялдары тимер юлға бәйле булмаған. Авиация өлкәһендә эшләргә теләһә лә, яҙмыштан уҙмыш юҡ. XX быуат аҙағында ул «Дим» мотор-вагон депоһы тарихындағы иң йәш машинисы булып таныла. Һәм бөгөнгәсә һөнәренә тоғро ҡалып, «Ласточка» локомотивына идара итә.
Машинист һөнәре юл романтикаһы тураһында ғына түгел. Ул яуаплылыҡ, тәртип тураһында. Һөнәр нигеҙҙәренә йәштәрҙе «Куйбышев тимер юлдары» ойошмаһында төшөндөрәләр. Бөгөн йәш машинистар присяга ҡабул итеп, поездар хәрәкәте хәүефһеҙлеге, йөҙҙәрсә кешенең ғүмере һәм тонналап ташылған йөк өсөн яуаплылыҡ талаптарын намыҫлы үтәргә һүҙ бирҙе.
Һөнәри байрам уңайынан үткән тантанала «Дим» мотор-вагон депоһы машинистары хеҙмәте рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды. Коллективта 30-шар, 40-шар йыл ғүмерен тимер юлға арнаған ветерандар бар.
Бөгөн төбәктә 10 меңгә яҡын тимер юл хеҙмәткәре иҫәпләнә. Уларҙың күп өлөшө - 4 меңгә яҡыны - машинистар. Йылдан-йыл республика вәкилдәре илдә алдынғылыҡ күрһәтә. Киләсәктә лә юғары күрһәткестәр артыуына ышаныс көслө.
Рәзилә Ғиниәтуллина