«Прорыв» Т-90М танкына идара иткән Учалы егете яҡташтарына сәләм еткерҙе

Яңыраҡ Башҡортостандағы ҡала исеме яҙылған хәрби машина «Рашн Тудэй» телеканалы видеорепортажындағы кадрға эләккәйне. Белгестәр был танкты дошманға ҡаршы дәһшәтле ҡорал тип атай, махсус бронь иҫәбенә көслө һөжүмдәргә ҡаршы тора ала. Өҫтәүенә, тиҙ маневрлы, 125 миллиметрлыҡ тубы бар. «

Рубин» ҡушаматлы яҡташыбыҙ яу биләмәһендә взвод командиры булып уңышлы хеҙмәт итә, батырлыҡ күрһәткәне өсөн «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнгән. Был турала беҙҙең телеканалға уның атаһы - «Батя» ҡушаматлы хәрби хәбәр итте. Әле ул тыуған яғында отпускыла. Әңгәмә барышында улының бәләкәйҙән техникаға ынтылышы көслө булыуын билдәләне.