Республика профсоюздары пленумы уҙҙы

Сарала социаль партнерлыҡ темаһы яҡтыртылды. Профсоюздар эшмәкәрлеге, хеҙмәткәрҙәргә ярҙам юлдары ҡаралды.

Пандемия, махсус хәрби операция - аҡ халатлылырға ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Медицина хеҙмәткәрҙәренә һөнәри һорауҙарын хәл итеүҙә профсоюздар ярҙам итә. Был тәңгәлдә дауаханалар араһында конкурс үткәрелгән. Йыйылышта уның еңеүселәре һәм ҡатмарлы шарттарҙа һынатмаған табиптар тәбрикләнде.