Сара сиктәрендә өс көн дауамында башҡорт кино сәнғәтен үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәл, милли видеоконтент әҙерләү, сценарийҙар яҙыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. «Камераһыҙ» тип исемләнгән ижади кисәлә республиканың билдәле клипмейкер һәм кинорежиссерҙары үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Фестиваль Сибай ҡаллаһы башҡорттары ҡоролтайы, Силәбе өлкәһенең башҡорт йәштәре берлеге һәм Башҡортостандың драматургия һәм режиссура үҙәге тарафынан ойошторолдо.
«Осҡон» башҡорт видеоһы фестивале географияһы йылдан-йыл киңәйә. Унда Башҡортостандан тыш, Рәсәй төбәктәре, Ҡаҙағстандан да ҡатнашыусылар булды. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса һәүәҫкәр кино төшөрөүселәр араһында яңы исемдәр асылды. Иң яҡшы ижади эш авторҙарына диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.