Был турала Урман хужалығы министрлығы хәбәр итә. Хәүефле осорҙа урмандарҙа усаҡ яғырға, тәмәке төпсөктәре, шулай уҡ ҡояш нурҙарын сағылдырып ут сыҡмаһын өсөн быяла һауыттар ташлап ҡалдырырға ярамай. Бынан тыш урман киҫкәндән һуң тороп ҡалған ботаҡтарҙы яндырыу рөхсәт ителмәй.