Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша армияға саҡырыу тураһында хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй

Дәүләт Думаһынан ошо турала хәбәр иттеләр. Оборона буйынса комитеттан белдереүҙәренсә, әле бындай закон юҡ. Повесткалар ғәҙәти тәртиптә  тапшырыла. Армияға саҡырылыусы  бындай ҡағыҙҙы ҡултамға ҡуйып ала.