Сентябрь айында Дунъин ҡалаһында "Нефть һәм Газ" халыҡ-ара күргәҙмәһе ойошторола. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, уҙған йылда Башҡортостан һәм Ҡытай араһында сауҙа 25 процентҡа үҫкән. Беҙҙең республика экспортының 64 проценты - үҙебеҙҙә етештерелгән машиналар төҙөлөшө продукцияһы. Бындай йыйындар яңы бәйләнештәр урынлаштырыу мөмкинлеге булып тора, - тине министр.