Рәсәйҙә яңы мобилизация көтөлмәй

Был турала Генераль штабтың мобилизация буйынса баш идаралығы етәксеһе Владимир Цимлянский белдерҙе.  - Әлегә тиклем хәрби хеҙмәткә  саҡырылғандар, шулай уҡ үҙ теләге менән барыусылар һаны ҡуйылған бурыстарҙы үтәр өсөн етә, - тине ул. Шулай уҡ  контр-адмирал контракт буйынса  хеҙмәт итергә  теләүселәр һаны артыуы тураһында  белдерҙе.  Оборона  министрлығы ошоно иҫәпкә  алып контракт төҙөү урындарын  арттырған.