Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында спорт һәм күңел асыу комплекстары барлыҡҡа килә

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев “Инвестиция сәғәте” күсмә кәңәшмәһен үткәрҙе. Эшҡыуарҙар яр буйында аттракциондар паркы, теннис һәм баскетбол уйнау майҙансыҡтары, шулай уҡ ресторан, мунса һәм тиҙлекле төшөү һуҡмаҡтары төҙөргә тәҡдим итте. Ратмир Мәүлиев проекттарҙы хупланы һәм Ағиҙел йылғаһы буйын берҙәм концепция буйынса үҙгәртеп ҡороу мөһимлеген атап үтте.