Республика быйыл балалар туризмын үҫтереү өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса ала

188 миллион һумдан ашыу бүленә. Был суммаға Башҡортостан ҡаҙнаһынан 75 миллион ярым өҫтәлә. Аҡса 5-се-9-сы кластарҙа белем алыусы 37 меңдән ашыу уҡыусы өсөн сәфәр-экскурсиялар ойоштороуға тәғәйенләнә. Балалар өсөн өсөн мауыҡтырғыс маршруттар әҙерләнгән.