1996 йылда ике дәүләт президенттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй. Ошо уңайҙан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы концерт үтте. Уның сиктәрендә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы филиалы - Беларусь тарихи-мәҙәни үҙәге экспонаттары күргәҙмәһен ойошторолдо. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапхана «Рәсәй һәм Беларусь - уртаҡ тарих, уртаҡ яҙмыш» тип исемләнгән һәм Башҡортостанда йәшәгән белорустар фольклоры, мәҙәниәтенә арналған китаптар күргәҙмәҙен тәҡдим итте.
Башҡортостан менән Беларусь араһында дуҫлыҡ ептәре йылдан йыл нығый. Әле республикала 17,5 мең ашыу беларус йәшәй. Иглин районы Балтика ауылында «Башҡортостан беларустары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы уңышлы эшләй. Район мәҙәниәт бүлеге янында уникаль белорус ижади коллективтары барлыҡҡа килгән, «Сябры» йыр ансамбле менән «Жавороночки» балалар фольклор ансамблдәре тыуған телде, мәҙәниәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Быйыл июндә Рәсәй һәм Беларус төбәктәренең унынсы форумы Өфөлә уҙа.