Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған форумда республиканың көньяҡ төбәгендә урынлашҡан район-ҡалалар ҡатнашты. Атайсал рухын бөтә илгә таратырға теләүселәр хаҡында киләһе яҙмала.
Столяровка ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелиск алдында илебеҙгә азатлыҡ яулаусылар иҫкә алынып, һәйкәлгә сәскә һалынды. Бындағы бөтә социаль объекттар тамырҙары ошо ауылдан булған меценат, Рәсәйҙең атҡаҙанған нефть һәи газ сәнәғәте хеҙмәткәре Сергей Иванов ярҙамында төҙөлгән. Биш өйлөк кенә ауыл бөгөн яҡташлыҡ көсө менән танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
Форум ҡунаҡтары традицион дини конфессия вәкилдәре менән аралашты. Район диндарҙары үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Әйткәндәй, Мәләүез диндарҙары «Атайсал» проектына дәррәү ҡушылған. Районда мәсет, ҡорамдар төҙөлөшө йәнләнгән. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә лә ярҙам ҡулы һуҙыла.
Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжы даны тотош илгә билдәле. Мәғариф учреждениһында махсус хәрби операцияға ярҙам итеүсе ирекмәндәр эшмәкәрлеге менән танышырға мөмкин. Улар ярҙамында блиндаж япмалары, майшәмдәр етештерелә.
Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса белгестәр әҙерләүсе колледж яҡташлыҡ көсө, уҡытыусылар коллективының тырышлығы менән танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бинаға меценаттар ярҙамында капиталь ремонт үткәрелгән.
Асҡын районында үткән беренсе муниципаль форумда «Атайсал» проекты сиктәрендә 11 мең проект тормошҡа ашырылһа, Мәләүез районында форум асылыуға был һан 16 меңгә еткән. «Атайсал» проекты сиктәрендә генә районда 800 проект тормошҡа атҡарылған.
Район мәҙәниәт йорто алдында көньяҡ зонаһын төбәк иткән халыҡтарҙы. тормош-көнкүреше, рухи мираҫы менән танышырға мөмкин ине. Ауылдаштарға хәрмәт һәм атайсалды хәстәрләүҙән башҡалар ҙа көс ала, яңы башланғыстарға этәргес бирә.
Мәҙәниәт учреждениеһы фойеһында һәр муниципалитет изге эштәрен презентацияланы, алдынғы тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Мәләүездәр «Атайсал» проектына әүҙем ҡушылған яҡташтары менән хаҡлы ғорурлана.
Башҡортостан башлығы Ралий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Атайсал» проектының мөмкинлектәре киң. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы яҡташтар ойошмалары лидерҙары йәштәрҙең яҡташ йәмәғәт ойошмалары менән ҡулҡа-ҡул тотоноп эшләү мөмкинлеген барланы.. «Атайсал» проектында ҡатнашыусыларҙың үҙ ассоциацияһын булдырыу ҙа бер төптән хупланды.
Эшҡыуарҙар райондың туристик брендына «ТерраАква -Нөгөш» исеме менән берләшеү тәҡдимен менән сығыш яһаны. Был күләмле проектҡа Күперле шарлауығы, Ҡотоҡ -Суған мәмерйәһе, Воскресенский баҡыр-иретеү заводы һәм башҡа туристик маршруттарҙы индереп, биләмәләрҙе үҫтереү планы төҙөләсәк.
«Атайсал проекты медиакиңлектә» секцияһы модераторҙары республика проектының тағы ла киңерәк ҡолас алып Бөтә Рәсәй күләменә сығарыу тәҡдимен индерҙе. Ә «Тамыр» балалар каналының өлгөр хәбәрселәре һәр майҙансыҡтың эшен оператив яҡтыртып тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
Эшлекле тәҡдим индереүселәр көслө идеяларҙы тормошҡа ашырыусылар бер-бер артлы сәхнә түренә күтәрелеп, Кесе Ватанды үҫтереүҙә ирешкән тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Форум әүҙем шәхестәр, идеялы йәщтәрҙе, зшлекле яҡташтарҙы бергә йыйҙы. «Кесе Ватаным-атайсал» форумы меценаттар менән аралашыу майҙанына әүерелде. Әүҙем эшмәкәрлек алып барыусыларҙың тырышлығы Рәхмәт хаттары менән баһаланды.
Мәләүез районы муниципаль-ара форумында 10 район, 5 ҡала вәкилдәре ҡатнашты. Тиҫтәләгән секциялар эшләне. Эшлекле форум нигеҙендә район-ҡалаларҙың «Атайсал» проекты менән хеҙмәттәшлек итеүсе ойошмаларҙы ассоциацияға берләштереү ҡарары сығарылды. «Кесе Ватанды үҫтереү» форумы штандартын Мәләүездәр Баймаҡ районына тапшырҙы.
Гүзәл Борханова, Лилиә Мәҡсүтова