Учреждениеға ханым социаль координаторҙар ярҙамында эләккән. Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостанда социаль участковыйҙар хеҙмәтен булдырыуға бер йыл тула. Улар йортһоҙ йәки тәрбиәгә мохтаж һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе махсус учреждениеларға урынлаштырыу, инвалидлыҡ юллау һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнә.
34 йәшлек Анна пазлдарҙы тырышып йыя. Балалар уйыны ла уның өсөн ҡатмарлы бирелә. Тик бер йыл элек ҡатындың түшәктән дә тора алмағанын иҫәпкә алғанда, был иҫ киткес алға китеш, ти интернат хеҙмәткәрҙәре. Ул саҡта инвалидты һуңғы көндәрен үткәреү өсөн приютҡа алып киләләр. Бөгөн уның тормошо бөтөнләй икенсе йүнәлеш алыуға ханым социаль участковыйҙарға бурыслы.
Күмертау психоневрология интернаты филиалында инвалидтар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Хеҙмәткәрҙәр мохтаждарға ашарға, йыуынырға, башҡа көнкүреш мәшәҡәттәр буйынса ярҙам итә. Яңғыҙҙар медицина ярҙамынан бигерәк йылы һүҙ һәм мөнәсәбәткә мохтаж.
Социаль участковыйҙар республикала һәр бер инвалидтар һәм ҡарттар өсөн интернаттарға беркетелгән. Улар йортһоҙ, тәрбиәһеҙ ҡалған кешеләрҙе махсус учреждениеларға урынлаштырыу менән шөғөлләнә. Хеҙмәт барлыҡҡа килеү менән, был йүнәлештәге эш яйға һалынған. Әйтәйек, һуңғы йылда 5 меңгә яҡын кешегә социаль хеҙмәткәр беркетелгән, 700-гә яҡыны стационар учреждениеларға урынлаштырылған.
Оло йөрәклеләр хеҙмәте ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ. Ошо көндәрҙә республикала социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре тураһында видеороликтар конкурсына заявкалар ҡабул ителә. Ижади эштәрҙе экранда күрһәтелгән почта адресы буйынса ебәрергә мөмкин.
Рәзилә Ғиниәтуллина