Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан федераль бюджеттан субсидия алыуға конкурста еңеүсе 15 төбәк исемлегенә ингән. Конкурсҡа республика ҡала ситендәге лагерҙар өсөн модулле конструкциялар проекты тәҡдим иткән.
Май аҙағына Стәрлебаш, Илеш, Шишмә райондары һәм Өфө лагерҙарында 6 яңы корпус төҙөләсәк. Һәр модуль 49 урынға иҫәпләнгән, унда душ бүлмәләре булған ике һәм өс урынлыҡ номерҙар урын аласаҡ. Һөҙөмтәлә быйыл йәй лагерҙарҙа башҡа йылдарға ҡарағанда, 300-гә күберәк малай-ҡыҙ ял итә аласаҡ.