Баш ҡаланың Шаҡша күперендә башланасаҡ төҙөлөш эштәренә бәйле поезд составы үҙгәрә

Бөгөндән Оло Тәләк - Өфө маршрутының ҡәҙимге дүрт пассажир вагоны тағы ла икәүгә арттырылды. Халыҡ һорауы буйынса февралдә «Ҡарлуғас» ҡала яны поезы алты составта хеҙмәтләндерә башлағайны. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфөнөң Шаҡша биҫтәһе. Иртәнге сәғәт ете тулыуға Калинин районында йәшәүселәр тимер юл станцияһына кемуҙарҙан ағыла. Кемдер эшкә, икенселәре баҡсаға юл тотҡан. Ҡала халҡы маршрут хаҡынан бигерәк, уның яйлылығын билдәләй. Сөнки Өфөнөң бер осонан үҙәккә тиклем һанаулы ваҡыт эсендә барып етергә мөмкин.

Оло Тәләк - Өфө маршруты миҫалында ғына, пассажирҙар ағымы өҙөлгәне юҡ. Киреһенсә, артыуға табан бара.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, поезд бөгөн 400-ҙән кешене хеҙмәтләндерә. Компания артабан да пассажирҙар ағымын өйрәнәсәк. Ошонан сығып, һығымта яһалыр тип көтөлә.

Айнур Сәлихов, Башҡортостан ҡала яны пассажир транспорт компанияһы генераль директоры урынбаҫары

Әйткәндәй, бөгөндән Оло Тәләк - Өфө маршрутына ҡараған поезд алты составта ҡуҙғалды. Яңылыҡ быйыл йәй Шаҡша күперендә башланасаҡ күләмле төҙөлөкләндереү эштәренә бәйле индерелгән.

Күперҙәге төҙөлөшкә бәйле, транспорт хәрәкәте быйыл июндә туҡтатыла. Шуға ла ведомство саралар планын алдан күҙаллап эшләргә мәжбүр.

Руслан Ғарипов, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары

Төҙөкләндереүгә бәйле, транспорт тығындарын булдырмаҫ өсөн махсус ҡабул ителгән. Яңы составтағы маршрут автобус расписаниеһы менән бер ваҡытта ҡуҙғала. Тик тимер юлы транспортында баш ҡала үҙәгенә ярты сәғәттә барып етергә мөмкинлек бирә.

Азат Ғәлиуллин