Дүртөйлө ҡалаһында 27 ғаилә фатир туйланы

Яңы торлаҡҡа улар иҫке йорттарҙан күсереү программаһына ярашлы эйә булды. Фатир алыусыларҙың барыһы ла Беренсе май урамы,116-сы йортта йәшәгән. Хәҙер шул уҡ күршеләр Зәйләлов урамына күсте. Яңы торлаҡтың дөйөм майҙаны 1 мең квадрат метрҙан ашыу. Фатирҙар ин дә йәшәй башла, йәғни бар уңайлыҡтар ҡаралған, ремонт яһалған. Ҡала етәкселеге көтөп алынған квадрат метрҙарҙы теркәү менән дә ярҙам итәсәген белдерҙе.

Ниһайәт, яңы фатир асҡыстарын алдыҡ. Быға тиклем таушалып бөткән йортта йәшәй инек. Уңайлыҡтар булманы, өй йәшәргә яраҡһыһ тиергә лә мөмкин . Хәҙер үҙебеҙҙе ысын ҡала кешеһе итеп тоябыҙ.

Гөлсәсәк Камалетдинова