Баймаҡта 18 йәшкә тиклемге балалар араһында баскетбол буйынса республика беренселеге башланды

Баймаҡта Башҡортостан спортсылары йыйылды. Бында 18 йәшкә тиклемге балалар араһында баскетбол буйынса республика беренселеге башланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Дүрт көн дауамында барасаҡ баскетбол буйынса турнирға Баймаҡ, Сибай, Өфө, Учалы, Белорет ҡалаларынан егет һәм ҡыҙҙарҙан торған командаларҙы йыйылды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса уйынсыларға спорт дәрәжәләре тапшырыласаҡ.

Баскетбол ул команда уйыны. Балаларҙы берҙәм эш итергә,тәртипкә өйрәтә.Бер уйын сәғәт ярым тирәһе дауам итә был иһә сыҙамлылыҡты ла һынай. Спортсылар араһында бик күптәре үҙ теләктәре менән был уйынға килгән.

Баймаҡ ҡалаһының «Шторм» баскетбол командаһы республика ғына түгел, Волга буйы федерация округы кимәлендә лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Был юлы ла баймаҡтар һынатмаҫ.