Республикала сәсеү кампанияһы башланды. Баҫыуҙарҙы тырматыу менән бер рәттән лабораторияларҙа орлоҡ сифаты тикшерелә. Башҡорт һынау лабораторияһындағы эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.
Башҡорт һынау лабораторияһында эш ҡайнай. Ҡыҙыу яҙғы баҫыу эштәренең тәүге этабы бында башлана, тиергә мөмкин. Ауыл хеҙмәткәрҙәре баҫыуҙарҙы тырматҡанда, лаборатория белгестәре улар өсөн орлоҡ әҙерләй. Сеймал күп, эш етерлек. Бойҙайҙан башҡа, борсаҡ, сөгөлдөр һәм башҡа үҫемлектәрҙең шытымлығы һынала. Тәү сиратта, сеймалдың бер өлөшө алынып, төрлө күрһәткестәр буйынса тикшерелә. Талаптар ҡаты.
Һынау лабораторияһында орлоҡтар сүптән айырыла, бөжәктәрҙән таҙартыла. Орлоҡтоң таҙалығы - сифат өсөн төп күрһәткестәрҙең береһе. Талаптарға ярашлы, һайлап алыу составында 1 проценттан кәмерәк сүп-сар булған сеймал ғына үтә. Дымлылыҡ иһә 16 проценттан артмаҫҡа тейеш. Юғарыраҡ булған осраҡта, ашлыҡ кире киптереүгә ебәрелә. Ошондай сифат күрһәткестәре бында етерлек. Төп иғтибар шытымға йүнәлтелә.
Орлоҡ сәселгәс, махсус шарттарға ҡуйыла. Һыу менән дымландырылғандан һуң, термостатҡа урынлаштырыла. Һәр культураның үҙ температураһы һәм шытып сығыу ваҡыты. Лаборатор тикшереү үтмәгән, стандарттарға тап килмәгән орлоҡтарҙы сәсеү тыйыла.
Рәзилә Ғиниәтуллина