Республикала хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу башланды

Кампания 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә. «Башҡортостандан Рәсәй Ҡораллы көстәре сафын 5 мең ярымдан ашыу егет тулыланыдырасаҡ», тип белдерҙе респулика хәрби коммиссары, полковник Михаил Блажевич.

Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондарында ла яҙғы саҡырылыш әүҙем башланған.. Ҡулына повестка алған егеттәр хәрби комиссариатҡа килде. Йәше хәрби хеҙмәткә етеүселәр медицина тикшереүе үтте, анкета һорауҙарына яуап бирҙе, характеристика тапшырҙы, хәрби хеҙмәткә алыу комиссияһы ағзалары һрауҙарына яуап бирҙе. Ғәскәрҙәрҙе һайлағанда, хәрби хеҙмәткә юлланыусыларҙың теләктәре лә иҫәпкә алына, тик һаулыҡ яғынан сикләүҙәр генә булмаһын, ти белгестәр.

Спорт менән мауығыусыларҙың хәрби- десант ғәскәрҙәрендә, флотта, ғилем менән мауығыусыларҙың фән роталарында хеҙмәт итергә теләге көслө. Музыканттар ҙа хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Бынан тыш, ракета, стратегик ғәскәрҙәр йүнәлешендә лә хеҙмәт итергә ынтылыусылар етерлек. Егеттәр юғары квалификациялы табиптарҙа етди медицина тикшеренеүе үткәс кенә ғәскәрҙәргә тәғәйенләнә. Әрмелә улар яңы хәрби һөнәр ҙә ала.

Михаил Блажевич, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары

Быйылғы яҙғы хеҙмәткә саҡырыу махсус хәрби операция менән бәйләнмәгән. Хеҙмәткә яңы ююланыусылар Рәсәй биләмәләрендә даими дислокацияла булған частәрҙә хеҙмәт итәсәк. Хеҙмәтен тултырыу менән улар йәшәгән ерҙәренә ҡайтарыла. Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондарынан яҙғы кампанияла 300-гә яҡын егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ, тип күҙаллана.