Төбәк ҡотҡарыусылары янғынға ҡаршы торорға әҙер

Ҡариҙел районында урман янғындарын һүндереү буйынса уҡыуҙар үтте. Сара тау буйында, Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автотрассаһы янында үтте. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре регламентҡа ярашлы шартлы янғынды һүндерҙе.

Трактор менән минераль йырын йырылды, утты таратмау өсөн көрәк, һүндереү ҡорамалдары, автоцистерналар ҡулланылды.

Ялҡын көсәйеү сәбәпле, профессиональ янғын һүндереүселәр саҡырылды. Уҡыуҙа Ҡариҙел районынан тыш Асҡын, Борай, Бөрө, Өфө, Нуриман райондары урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре - бөтәһе илленән ашыу кеше ҡатнашты һәм 14 берәмек техника файҙаланылды.

Янғын хәүефе осорона тиклем теоретик уҡыуҙар үтте, әле ғәмәлдә ҡараныҡ. Был төньяҡ көнбайыш зонала янғындар йыш сыҡмай, Урал аръяғында, тау, урман араларында ҡатмарлы.

Айрат Йосопов, Башҡортостандың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге етәксеһе