Быйыл конкурсҡа Баймаҡ, Белорет, Хәйбулла, Бүздәк, һәм республиканың башҡа район-ҡалаларынан, Силәбенән бөтәһе 163 ғариза килгән.
Беренсе турға 40 бала үткән. Һайлап алыу этабы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы студияһында уҙҙы. Телевизион конкурс ике тур һәм финалдан тора, 7 йәштән 15 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр сығыш яһай.
Йыр бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты Рәфис Сирусин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы - Зилиә Бәхтиева, «Тамыр» вокал ансамбле етәксеһе Айым Рәхимова баһалай.