Бишбүләк, Иглин, Миәкә, Күгәрсен, Белорет, Көйөргәҙе, Баймаҡ райондарында, Өфөнөң Дим биҫтәһе, Сибай ҡалаһында 3 күпер, 6 юл участкаһын һыу баҫҡан. Нуриман районының Красный Ключ ауылы тәңгәлендә Өфө йылғаһының һыу кимәле 59 сантиметрға артып 270 сантиметрға еткән. Благовещен районы Ильина Поляна ауылында Иҙәк йылғаһының һыу кимәле 36 сантиметрға күтәрелеп 181 сантиметрға еткән.