Күп йыллыҡ үләндәргә ашлама индерелә. Шул уҡ ваҡытта буласаҡ иген баҫыуҙарында ер эштәре башҡарыла. Ҡыҙыу миҙгелгә ингән механизаторҙар һәм агрономдар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Бүздәк районы хужалыҡтары уҙған аҙнаның шишәмбеһенән үк күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашламалар менән туҡландыра башлаған. Ҡеүәтле техника бер туҡтауһыҙ ялан-ҡырҙарҙы иңләй. Параллель рәүештә ерҙе тырматыу эштәре лә башҡарыла.
Дым ҡаплау, тырматыу, ашлама индереү - «Нерал» хужалығы район буйынса тәүгеләрҙән булып агротехник эштәр башлаған. Механизаторҙар сәсеүгә әҙерлектең юғары кимәлдә булыуын билдәләй. Техника һынатмай, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителгән. Һауа торошо ҡулай булғанда, яҡынса ике аҙнанан һуң иген культуралары сәселә башлай.
Бүздәк районында ярауай иген культуралары майҙаны биш мең гектарға арттырылған. Былтыр уңыш мул булғанға, сәсеү материалы етерлек кимәлдә.
Ужым культураларына килгәндә, уларҙың торошо яҡшы тип баһалана. Район буйынса дөйөм майҙан яҡынса туғыҙ мең гектар тәшкил итә.
Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре сифатын арттырыу маҡсатында зональ агрономик конференциялар, семинарҙар уҙғарылған. Ғәҙәттәгесә, сәсеү башланыуҙан алып ураҡҡа тиклем райондар буйынса мониторинг алып барыла. Минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын туплау эше штат режимда ойошторолған. Техник әҙерлек кимәле 95 процентҡа баһалана.
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, барлыҡ тракторҙар ҙа 15 апрелгә тиклем техник күҙәтеү үтеп, агротехнологик ваҡытта баҫыуға сығырға тейеш. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, техника әҙерлеге 2-3 процентҡа юғары. Шул уҡ ваҡытта автопарк яңыртылыуға бәйле сәсеүҙә һәм ер эшкәртеүҙә 300 берәмеккә күберәк агрегат ҡатнаша.
Гөлназ Хәйбуллина