Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында реконструкция эштәре дауам итә

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә бинаның эс яғы яңыртыла, төп корпусҡа 4 ҡатлы төкәтмә төҙөлә. Заманса талаптар буйынса төҙөкләндерелгән учреждениела яңы бәләкәй зал, ҡурсаҡтар музейы, театр кафеһы, оҫталыҡ дәрестәре өсөн студия асыласаҡ. Көтөп алынған объектта спектаклдәр ноябрҙән башланыр тип көтөлә. Хәбәрсебеҙ Флорида Ким таныштыра.

Әлегә танымаҫлыҡ хәлдәге бүлмә бер нисә айҙан ҡурсаҡ театрының иң тылсымлы урындарының береһенә әйләнәсәк. Грим бүлмәһендә малярҙар биҙәү эштәрен башҡарып реконструкцияның һуңғы этаптарын яҡынлаштыра. Күләмле төҙөлөш эштәре тамамланғас Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында яңы тормош башланыр тип күҙаллана.

Реконструкция сиктәрендә театрҙың эс яғы яңыртыла, бинаға дүрт ҡатлы төкәтмә төкәтелә. Объектта 150 эшсе эшләй, улар инженер селтәрен үткәреү, стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе ҡороу менән мәшғүл. Көндәр йылытҡас театр алдындағы майҙанды тәртипкә килтереү күҙаллана.

Оло залды төҙөкләндереүҙән тыш 150 кешегә иҫәпләнгән яңы кесе зал сафҡа индерелә. Кафе, балаларға ижад һәм сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн оҫтаханана, музей, театрҙың гаражы һәм тамашасылар өсөн байтаҡ уңайлыҡтар көтөлә. Яңы амфитеатарҙа спекатклдәрҙе саф һауала ҡарау мөмкин буласаҡ.

Владимир Федотов, төҙөүсе

Ҡурсаҡ театры Өфөнөң 450 йыллығына «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса төҙөкләндерелә. Реконструкцияға республика һәм федераль бюджеттан 800 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бер йылдан ашыу дауам иткән төҙөкләндереү сиктәрендә театр бинаһы ике тапҡырға киңәйтелгән.

Флорида Ким