Быйыл Башҡортостандан Минск һәм Сәмәрҡәнд ҡалаларына осоштар һаны арттырыла

Шулай уҡ Өфө-Тәһрән маршрутын асыу планлаштырыла. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белоруссия һәм Үзбәкстанға аҙнаһына ике тапҡыр рейс башҡарыу көтөлә. Киләсәктә шулай  уҡ Өфөнән Ҡытайҙың Урумчи һәм Израилдең Тель-Авив ҡалаларына һауа юлы асыу маҡсаты ҡуйыла.