Биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса өмәләр 30 апрелгә тиклем дауам итә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова ошо турала белдерҙе. Сарала Башҡортостандың бөтә 63 муниципалитеты ла ҡатнаша. 29 апрелдә һәм 13 майҙа “Йәшел Башҡортостан” акцияһы уҙғарыла. Быйыл 50-гә яҡын тематик аллея булдырыу, 24 мең төп ағас ултыртыу ҡарала. Быға тиклем ойоштролған өмәләрҙә 19 кубик метр ҡар һәм 4 мең 500 тонна сүп-сар сығарылған.