Өфөлә Шаҡша күперен ремонтлаусы компания асыҡланды

Мэрия "Башкиравтодор" менән контракт төҙөнө. Бының өсөн 2 миллиард 200 миллион һум бүленә. Финанс  "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы ҡаралған. Шаҡша күперенең оҙонлоғо 440 метр. Ремонт  2025 йылдың февралендә  тамамланырға тейеш. Эштәр барышында күперҙең яртыһында  хәрәкәт туҡтатыла.