Бишенсе сиреккә әҙерлек йылдам бара. Стәрлебаш районының «Орленок» һауыҡтырыу үҙәгендә федераль программа сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа инмәле корпус төҙөлә. Ул 50-гә яҡын балаға иҫәпләнгән. Эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Стәрлебаш районының «Орленок» һауыҡтырыу үҙәгендә ял итеүселәр шахмат уйнау серҙәренә төшөнә. Турнир еңеүсене билдәләү өсөн түгел, ә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәтә. Әйткәндәй, лагерҙың был сменаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн ойошторолған. Былтыр һауыҡтырыу үҙәгенең һәр корпусына йылытыу селтәрҙәре үткәрелгән,” Хәҙер ул малай-ҡыҙҙарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итә.
Йәйгеһен Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы күрһәтмәһе буйынса Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, шулай уҡ хәрбиҙәрҙең балалары өсөн махсус смена эшләйәсәк. Уларҙың барыһын да ҡабул итә алыу өсөн лагерь биләмәһендә яңы корпус төҙөлә.
Төҙөлөш федераль программа сиктәрендә бара. 500 квадрат метрлыҡ корпусты күтәреү, коммуникациялар үткәреү, бүлмәләрҙе йыһазладырыу өсөн 25 миллион һум финанс ярҙам йүнәлтелгән.
Проект буйынса бина яҡтырып тороусы кәрәҙҙәр менән биҙәләсәк. Әле корпусҡа коммуникациялар, шул иҫәптән электр селтәрҙәре үткәрелә. Айырым трансформатор ҡуйыла.
Башҡортостан балалар лагерҙары өсөн федераль бюджеттан субсидия алыуға өлгәшкән. 25 майға тиклем Стәрлебаш, Илеш, Шишмә райондары һәм Өфөлә 6 яңы корпус төҙөләсәк. Һәр модуль 49 урынға иҫәпләнгән, номерҙарҙың һәр береһендә душ бүлмәләре ҡаралған.
Әлфинә Килдейәрова