Өфөнөң Энтузиастар урамындағы аварияла зыян күреүсе 4 кеше дауаханала ҡала

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 10 йәшлек бала менән «Kia Ceed» водителе ауыр хәлдә реанимацияла ята.

Энтузиастар һәм Урман техникумы урамдары киҫелешендәге юл-транспорт ваҡиғаһы кисә теркәлгән. «Уфанет» камераһы яҙмаһынан күренеүенсә, «Kia Ceed» руле артындағы 36 йәшлек водитель «Nissan» менән бәрелешә. Тәүге иномарка артабан тротуарҙағы ике йәйәүлене бәрҙерә һәм «Volkswagen Touareg»ҡа барып төртөлә. Һуңғыһы «Hyundai Solaris»ҡа барып һуғыла. Авария һөҙөмтәһендә «Kia» водителе, уның 41 йәшлек пассажиры, шулай уҡ светорфорҙа торған 41 йәшлек ҡатын һәм 10 йәшлек малай дауаханаға оҙатыла.Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, «Kia» водителе руль артында йоҡлап киткән. Осраҡ буйынса тикшереү бара.