Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, быйыл 274 йортта 752 подъезд төҙөкләндерелергә тейеш. 20 муниципалитетта тормошҡа ашырыласаҡ ремонтҡа 744 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
2019 йылдан бирле, төбәктә 7413 подъезды тәртипкә килтереүгә 3 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сығымдарҙың ҙур өлөшө республика ҡаҙнаһы иҫәбенән ҡаплана, 10 процентын муниципалитеттар өҫтәй. Комплекслы ремонт сиктәрендә подъездарҙа ишек-тәҙрәләр, лампочкалар алмашына, инеү урыны тәртипкә килтерелә.