Өфө районы Яңы Булгаков ауылында яңы мәктәп сафҡа инде

Мәғариф учреждениеһы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының федераль программаһы сиктәрендә төҙөлгән. 825 балаға иҫәпләнгән белем усағында төҙөлөш эштәре тамамланған, уҡыу бүлмәләре тулыһынса йыһазландырылған. Тиҙҙән ул үҙ ишектәрен асыр тип көтөлә. Һуңғы әҙерлек эштәрен БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова күҙәтте.

Мәктәптә барлыҡ эштәр ҙә тамамланған, стеналарҙы һәм иҙәнде төҙөлөш саңынан таҙартырға ҡалған. Был эшкә буласаҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләре әүҙем тотонған. Өс бала әсәһе Анна Самохвалованың өлкән ҡыҙы Булгаков лицейына, улы Ҡамышлы ауылына йөрөп белем ала. Мәктәп асылғас та, уҡыусылар ошонда күсер, тип хыяллана әсә.

Мәктәп иҫ китмәле шәп, мәҫәлән, спорт залында йәнең теләгән инвентарь, туптар, коньки һәм саңғылар бар. Балаларға тырышып уҡырға ғына ҡала. Бәләкәй улым быйыл ошонда беренсе классҡа килә.

Анна Самохвалова, Яңы Булгаков ауылында йәшәүсе

Мәғариф учреждениеһы 13 мең квадрат метр майҙанды биләй. Заманса уҡыу класстарынан тыш мәктәптә ике спорт залы, ашхана, мәҙәни саралар һәм гимнастика залы, физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн лифт бар. Хеҙмәт дәрестәрендә ҡыҙҙар аш-һыу әҙерләү, тегеү менән шөғөлләнә ала.

Мәктәп класстары заман шарттарына ярашлы йыһазландырылған. Мәҫәлән, был тимер эшкәртеү бүлмәһе. Һәр уҡыусының үҙ эш урыны бар. Өҫтәлгә эш ҡоралдары, инструменттар теҙелгән. Киләһе бүлмә ағас эшкәртеү класы, бынан тыш беренсе класстар өсөн ял бүлмәһе лә ойошторолған.

Эске биҙәү эштәре, штукатурка, шпаклевканы беҙ эшләнек, һөҙөмтәһен күрәһегеҙ. Тырышып, бар күңелде һалып башҡарҙыҡ. Мәктәп ҙур, яҡты, заманса. Спорт залында ярыштарҙан һуң йыуыныу өсөн душ, кейенеү бүлмәләре лә бар.

Рәшиҙә Судакова, подрядсы ойошманың участка етәксеһе

Республикала 2023 йылда 8 яңы мәғариф объекты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бынан тыш 77 мәктәпкә ремонт яһау, уларҙың матди-техник базаһын нығытыу күҙаллана. Был турала Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса отчетында хәбәр итте.

Өфө районында иң ҙур белем усаҡтарының береһе - Яңы Булгаков ауылындағы мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Ҙур тиҙлек менән үҫешкән микрорайон өсөн был күптән көтөлгән бүләк.

Лилиә Мәҡсүтова