Өфөлә йәш инспекторҙар форумы үтте

Бер самокат - бер кеше. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә тағы бер пункт ғәмәлгә инде. Бынан ары, шәхси мобиль сараларында тик бер кеше генә идара итергә тейеш. Юғиһә, штраф түләргә тура киләсәк. Шулай уҡ самокат, монотәгәрмәс, гироскутерҙарҙаа айырым билдәләнгән юл һыҙаттарынан ғына йөрөргә рөхсәт ителә. Бөгөн ошо һәм башҡа ҡағиҙәләр «Торатау» Конгресс-холлында үткән йәш инспекторҙар форумында тағы бер иҫкә төшөрөлдө. Хәрәкәттә шөғөлләнеүсе балалар сарала төрлө эшлекле майҙансыҡтарҙа белемен камиллаштырып, дәрес алды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Мәктәп уҡыусылары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен уйын форматында өйрәнә. Йәйәүлеләр һуҡмағы аша үтеү мәҫәлән, тәү ҡарашҡа бер ни түгел һымаҡ. Әммә тейешле урындан юл аша сыҡҡанда ла хәүефһеҙлек һулға -уңға ҡарауҙан башлана. Балалар шулай уҡ урында юл билдәләре, беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү кеүек төрлө майҙансыҡтарҙа үҙен һынап ҡараны.

Сара йәш инспекторҙар хәрәкәте отрядына 50 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Республика район-ҡалаларынан йәмғеһе 600-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Ә ике мең тирәһе отрядта шөғөлләнгәнеүселәр һаны 22 меңдән артып китә.

Йәш инспекторҙар хәрәкәте шөғөлләнеүселәр һаны буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә. Өфөгә лә беҙ отрядта әүҙем ҡатнашҡан, уҡыу һәм йәмәғәт эштәрендә һынатмаған уҡыусыларҙы махсус саҡырып алдыҡ. Уҡытыусы һәм остаз йылына бәйле саралар күп буласаҡ.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеү ата-әсәләрҙән тыш, педагогик коллектив иңендә лә ята. Мәктәпкә барғанда, ҡайтҡанда ла юл транспортына иғтибарлы булыр кәрәк. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, аварияларҙың 58 проценты балалар ҡатнашлығында булған. Һуңғы ике айҙа ғына 16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында биш тиҫтәләп автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа бер баланың ғүмере өҙөлгән, 47-һе төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған.

Беҙҙең бурыс тәү сиратта балаларға йүнәлтелгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге сараларын белеү тап ошо ваҡыттан башлана. Шуға ла белем биреүҙе яйға һалырға кәрәк. Шунан ғына беҙ ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешә алабыҙ.

Владимир Севастьянов, ЮХХДИ идаралығы етәксеһе

Бер үк ваҡытта балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен йәйәүле лә, ҡатнашыусы булараҡ та өйрәнә. Был иң беренсе самокат, монотәгәрмәс, гироскутерҙарҙа йөрөргә яратыусыларға ҡағыла. Сөнки юлдарҙа иң күп бәхетһеҙ осраҡтар ҙа улар ҡатнашлығында теркәлә. 1 марттан яңы тәртип булдырылды. Бынан ары махсус билдәләнгән урындарҙан ғына йөрөргә рөхсәт ителә.

Азат Ғәлиуллин