Баймаҡ районында Урал Мәзитовтың 80 йәшлек юбилей тантанаһы үтте

Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән. Ошондай исем аҫтында Баймаҡ районы Байыш мәктәбендә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Урал Мәзитовтың 80 йәшлек юбилей тантанаһы үтте. Ул 45 йылға яҡын ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Хеҙмәт юлын Баймаҡ районының Аҡтау ауылында башлап, артабан эшен тыуған ауылы Байыш мәктәбендә дауам иткән егет бөгөн аҡһаҡал дәрәжәһендә үҙенең уҡыусыларынан, коллегаларынан, ауылдаштарынан тик рәхмәт һүҙҙәренән генә торған ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итә.Уҡытыусы - остаз, үҙенең һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып балаларҙы математика серҙәренә өйрәтә.Мәктәп менән етәкселек иткән дәүерҙә көслө коллектив туплай. Хаҡлы ялға киткәс тә ул белем усағы менән тығыҙ бәйләнештә була.

Ауыл ерендә кешенең тормошо ус төбөндәгеләй күренеп тора. Бигерәк тә уҡытыусылар. Улар ауылдаштарына һәр саҡ өлгө булып йәшәй. Был йәһәттән Мәзитовтар ғаиләһе бер ваҡыттала һынатмай, дүрт балаға ғүмер бирәләр, һәр береһенә юғары белем алып, үҙ‐ аллы тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итәләр. Урал менән Ғәлимә Мәзитовтар уҙған йыл гәүһәр туйҙарын билдәләне.

Иле, тыуған ере өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән шәхестәр генә оло хөрмәткә лайыҡ була. Ниндәй генә дәрәжәләр биләмәһен һәр саҡ ябай, эргә-тирәгеләргә ихтибарлы, ярҙамсыл булып ҡала Урал Тәңребирҙе улы. Уҡыусыларында ла ошо сифаттарҙы тәрбиәләүгә өлгәшә.