Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Өфө” индустриаль паркына яңы статус биреү ҡарала. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы ошоға бәйле заявканы ҡабул иткән. Проект буйынса “Алға” махсус иҡтисади зонаһына “Өфө” индустриаль паркы биләмәһен индерергә тәҡдим ителә. Бындай үҙгәреш Шаҡшала урынлашҡан парк резиденттарына һалым ташламалары һәм башҡа өҫтөнлөктәр бирә.