Өфө йәшәү өсөн уңайлы ҡалалар исемлегенә индерелгән

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса рейтинг әҙерләгән. Эксперттар биләмә төҙөклөгө, именлек мәсьәләһе, экология, ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәр һәм башҡа талаптар буйынса баһа биргән. Исемлеккә 1 мең 100-ҙән ашыу ҡала индерелгән. Өфө 208 мәрәй йыйып 7-се урынға ҡуйылған. Беренсе урында 299 балл менән Мәскәү урынлашҡан.