Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бындай ҡарар яҙғы ваҡытта асфальт ҡатламын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҡабул ителә. Сикләү бер ай дауам итә. Юлда полиция хеҙмәткәрҙәре һаҡта була. Талапты боҙған өсөн 500 мең һумға тиклем штраф һалына. Ауыр йөк ташырға кәрәк булған осраҡта, өҫтәмә түләү алына. Аҡса юл ремонты өсөн тотонола.