Был турала мэрия хәбәр итә. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр үҙәк майҙандар, парк биләмәләрен, тротуарҙарҙы таҙартыу өсөн махсус шыйыҡса ҡуллана. Шампундең кешеләр һәм тирә-яҡ мөхит өсөн зыяны юҡ. Әле ҡала урамдарын 40 машина йыуып таҙарта.